Йәһәннәм  

Йәһәннәм

Был дәрестә беҙ һеҙгә, иншәллаһ, йәһәннәм тураһында һөйләп китәсәкбеҙ. Йәһәннәм – ул Аллаһы Тәғәләнең язаһы. Кеше үлеп китһә, уны теге донъя (Ахирәт) көтә. Һәм теге донъя – ул йә йәннәт, йә йәһәннәм – икеһенең береһе, өсөнсө нәмә юҡ. Йәһәннәм – ул шайтан артынан эйәреп, саманан тыш күп гонаһ йыйған кешеләр өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан әҙерләнгән урын. Был ҡурҡыныс урын әле лә бар, тик беҙ уның ҡайҙа икәнен белмәйбеҙ.

Шундай мәрхәмәтле, мосолмандарҙы яратыусы Аллаһы Тәғәлә өсөн йәһәннәм нимәгә кәрәк булды, Аллаһы Тәғәлә ни өсөн кешеләрҙе язалай, тип һорар кемдер. Бындай һорауға беҙ түбәндәгесә яуап бирербеҙ. Кешеләр, тере саҡтарында, нимәнәндер ҡурҡырға тейештәр. Был ҡурҡыу тойғоһо булмаһа, донъяла бер ниндәй тәртип тә булмаҫ. Сөнки, әгәр уларҙы тыйып, сикләп тормаһаң, кешеләрҙең күбеһе ниндәйҙер булһа ла золомлоҡҡа тартылыусан (алдау, хәйләләү, тәкәбберлек, урлау, фәхешлек һәм башҡаһы). Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, иртәгәнән башлап илдә бер бөртөк полиция йә закон һаҡсыһы ла ҡалмаған, ти: бер нисә көндән беҙҙең ҡала-ауылдар нимәгә әйләнер?.. Әммә ләкин төрмәнән генә ҡурҡыу кешене тулыһынса тәртипкә ултыртмай. Сөнки ҡайһы бер енәйәттәр һәм гонаһтар ҡылынған ваҡытта ул енәйәтселәрҙе күреүсе лә, тотоусы ла кеше булмай (һәм күпселек енәйәтсе һәм гонаһ эш ҡылыусылар уларҙы шулай берәү ҙә күрмәҫ, берәү ҙә тотмаҫ, тип өмөтләнә лә). Шулай булғас, кешеләр Раббыларынан ҡурҡһын һәм төрлө насарлыҡтарҙан тыйылһын өсөн Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмде булдырҙы һәм бының турала беҙгә күп тапҡыр иҫкәртте. Мәҫәлән:



«Йәһәннәм, ысынлап та, һағалап тора. Аҙғындарға (сиктән ашҡандарға) ҡайтыу урыны ул! Улар унда быуаттар буйы ҡалыр. Уларға һалҡын да, бер ниндәй эсемлек тә эләкмәҫ, ҡайнар һыу һәм эрендән башҡа – улар өсөн тейешле яза был! Улар, ысынлап та, хисапты көтмәнеләр һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғандан ялған тип иҫәпләнеләр. Әммә Беҙ һәр нәмәне иҫәпләп теркәнек. Татып ҡарағыҙ, Беҙ һеҙгә ғазаптан башҡа бер нәмә лә өҫтәмәйәсәкбеҙ!» (Ҡөрьән, «Хәбәр» сүрәһе, 21 – 30 аяттар).

Аңлауығыҙса, йәһәннәмдә төрлө-төрлө язалар бар (Аллаһы Тәғәлә беҙҙе уларҙан һаҡлаһын). Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, кеше унда үлмәй, ә яна-яна ыҙалаясаҡ.

«Ул көндө ер икенсе ер менән алмаштырылыр, һәм шулай уҡ – күктәр ҙә, һәм улар Берҙән-бер, Ҡеүәтле Аллаһ ҡаршыһына баҫырҙар! Һәм һин был көндө гонаһлы кешеләрҙе сылбыр менән бәйләнгән хәлдә күрерһең. Кейемдәре уларҙың – ыҫмаланан, ә йөҙҙәрен иһә ут ҡаплаған. Һәр йәнгә Аллаһ ул үҙе ҡаҙанғанын бирер – ысынлап та, Аллаһ хисапта етеҙ! Был – кешеләр өсөн (ебәрелгән) хәбәр: уның менән өгөтләһендәр, һәм Уның (Аллаһтың) Берҙән-бер илаһ икәнлеген белһендәр, һәм зиһендәре булғандар аҡылына килһен!» («Ибраһим» сүрәһе, 48 – 52 аяттар).



Ошо ҡурҡыныс тамуҡҡа кафырҙар һәм гонаһлы мосолмандар эләгәсәк. Был кешеләр йәннәттәге кешеләр менән һөйләшә аласаҡ. Бының турала Ҡөрьәндә шулай тиелә: «Тамуҡ әһелдәре ожмах әһелдәренә: «Беҙгә һыу йәки Аллаһ һеҙгә биргән ризыҡтарҙан өләшегеҙ!» - тип ялбарырҙар. «Залимдарға Аллаһ быларҙың икеһен дә харам ҡылды, - тип әйтерҙәр уларға. – Үҙ диндәрен көлкөгә һәм уйынға һанаусыларға, фани донъяға алданыусыларға!» Улар ошо көн менән осрашасаҡтарын онотҡан һәм Беҙҙең аяттарыбыҙҙы инҡар иткән кеүек, Беҙ уларҙы бөгөн онотасаҡбыҙ» («Кәртәләр» сүрәһе, 50 – 51 аяттар).

Был ҡурҡыныс урынға эләккән кешеләр йәһәннәмдең һаҡсыһы булған Мәлик исемле фәрештәнән үлем һораясаҡ: «Гонаһ ҡылған кешеләр, ысынлап та, йәһәннәм ғазабында мәңге ҡалыр. Уларға унда еңеләйтеү ҙә (ял да) булмаҫ, һәм улар унда – өмөтһөҙлөктә. Беҙ уларҙы йәберләмәнек, әммә улар үҙҙәре залим булды. Һәм улар: «Эй, Мәлик! Раббың беҙҙе үлтерһә ине!» - тип ялбаралар. «Юҡ, һеҙ мәңге (үлмәй) ҡаласаҡһығыҙ!» - ти ул. Беҙ һеҙгә хәҡиҡәт менән килдек, ә һеҙҙең күбегеҙ хәҡиҡәтте ныҡ яратмай...» (Ҡөрьән, «Биҙәктәр» сүрәһе, 74 – 78 аяттар).

Шулай итеп, Ҡөрьән тамуҡты, йәғни йәһәннәмде бик ҡурҡыныс итеп тасуирлай.

Йәһәннәм тураһындә Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ хәҙистәрендә беҙҙе бик күп тапҡыр иҫкәртте. Уға Аллаһы Тәғәлә йәннәт вәғәҙә итеүенә ҡарамаҫтан, ул, иң иманлы һәм иң ғилемле кеше булараҡ, йәһәннәм ғазабынан ныҡ ҡурҡа ине. Ул хәбәр итеүенсә, Ҡиәмәт көнөндә кешене йәһәннәмдән бер кем дә (йәғни бер кеше лә) ҡотҡара алмаясаҡ. Кешенең изге эштәре булып, Аллаһы Тәғәлә уға үҙ рәхимлеген насип итһә генә, ул кеше ҡотола алыр. Йәһәннәмдең язаһы ҡаты: Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, ундағы иң еңел ғазап – кешегә утлы аяҡ кейеме кейҙереү буласаҡ. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: шул аяҡ кейеменән кешенең мейеһе ҡайнап торор, ә ул кеше был язаны иң ҙур яза тип уйлар, әммә был, киреһенсә, йәһәннәмдәге иң еңел яза булыр. Аллаһ беҙҙе уттан һаҡлаһын!

Аллаһы Тәғәлә әҙерләгән йәһәннәмгә кафырҙар (Аллаһты инҡар итеүселәр) һәм мөшриктәр (Аллаһҡа тиңдәш тотоусылар) мотлаҡ рәүештә һәм мәңгелеккә эләгә. Уларға уттан ҡотолоу юҡ. Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә: «...Кафырҙарға тамуҡты зиндан итербеҙ», - тине («Төндә күсереү» сүрәһе, 8 аят). Һәм тағы ла: «Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кешегә Аллаһ ожмахты тыйҙы. Уларҙың һыйыныр урындары – тамуҡ, һәм ул залимдарға ярҙам итеүсе юҡ!» - ти («Аш табыны» сүрәһе, 72 аят). Һәм тағы ла: «Уларҙы тамуҡҡа ташлаған саҡта уның үкереүен ишетерҙәр, ул ҡайнап торор. Асыуҙан ул ярылырға яҡын булыр. Уға һәр төркөмдө ырғытҡан һайын, уның һаҡсылары: «Һеҙгә иҫкәртеүсе өгөтләүсе килмәнеме ни?» - тип һорар. Тегеләр: «Эйе, беҙгә иҫкәртеүсе өгөтләүсе килде, әммә беҙ уны алдаҡсы тинек һәм: «Аллаһ бер нәмә лә ебәрмәне, ә һеҙ фәҡәт ҙур аҙашыуҙа», - тип әйттек», - тиерҙәр. Һәм улар: «Әгәр беҙ тыңлаған һәм аңлаған булһаҡ, ут әһелдәре араһында булмаҫ инек», - тиҙәр. Улар үҙҙәренең гонаһтарын таныны. Китегеҙ бынан, ут әһелдәре!» (Ҡөрьән, «Хакимиәт» сүрәһе, 7 – 11 аяттар). Кафырҙарҙан тыш, йәһәннәмгә ҡайһы бер гонаһлы мосолмандар ҙа эләгәсәк (әгәр уларҙы Аллаһы Тәғәлә ғәфү итмәһә). Улар утта күпмелер ваҡыт булғандан һуң, Аллаһы Тәғәлә уларҙы тамуҡтан сығарып, йәннәткә керетәсәк. Бындай мосолмандар «джәһәннәмийүн» (йәғни, утта булып сыҡҡандар) тип атала.

Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәбәр итеүенсә, йәһәннәм – ул ҙур, утлы упҡын, әгәр уға таш ташлаһаң, ул таш йәһәннәмдең төбөнә ҡырҡ йылдан һуң ғына барып төшәсәк (ә ҡайһы бер риүәйәттәр буйынса, ул таш етмеш йылдан һуң да йәһәннәмдең төбөнә барып етә алмаясаҡ). Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) йәһәннәм тураһында тағы: «Мин белгәнде белһәгеҙ, һеҙ аҙ көлөр инегеҙ һәм күберәк илар инегеҙ», - тине. «Мин белгәнде» тигәндә ул йәһәннәмде күҙ уңында тота, сөнки ул уны үҙ күҙҙәре менән күргән ине – уға Аллаһы Тәғәлә күрһәтте. Шулай уҡ, Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) хәбәр итеүенсә, йәһәннәмгә иң йыш осраҡта илтеүсе нәмәләр – ул кешенең теле һәм енси ағзаһы. Шуға күрә яңылыш һүҙҙәрҙән (шулай уҡ, алдаҡтан, ғәйбәттән) һәм зинанан (шулай ук, аҙғынлыҡтан, уйнаштан) һаҡ булығыҙ! Тағы ла Аллаһ рәсүле (ғәләйһиссәләм) йәһәннәмдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың күберәк булыуы тураһында хәбәр итте, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк тә һаҡ булһындар: улар, хаталаныусан тәбиғәттәре арҡаһында, үҙҙәре генә гонаһ ҡылмай, бәлки ир-егеттәрҙе лә быға этәрәләр...

Шулай уҡ, Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) әйтеүенсә, Аллаһы Тәғәлә йәһәннәм утының эҫелеген йөҙ тапҡыр кәметеп, уны беҙгә ошо ерҙә ҡулланыр өсөн биргән. Тимәк, беҙ әле ҡулланға ут – ул эҫелеге йөҙ тапҡыр кәметелгән йәһәннәм уты. Шулай булғас, йәһәннәмдең ниндәй икәнен күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ – хәйер, барыбер беҙ быны был донъяла бер ҡасан да аңлай алмаясаҡбыҙ.

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тағы шуны һөйләне. Ҡиәмәт көнөндә донъялағы иң бай, иң рәхәт тормошта йәшәгән кешене йәһәннәмгә тиҙ генә (бәлки, бер секундҡа) сумдырып алырҙар ҙа: «Һин фани донъяла рәхәтлек күрҙеңме?» - тип һораясаҡтар. Ул: «Юҡ, мин бер ниндәй яҡшылыҡ та күрмәгәнмен икән», - тип яуап бирәсәк. Һәм, киреһенсә, ошо донъяла бөтә төрлө ҡыйынлыҡтар күреп йәшәгән кешене тиҙ генә йәннәткә керетеп сығарырҙар ҙа, унан: «Һин фани донъяла ҡыйынлыҡтар күрҙеңме?» - тип һораясаҡтар. Был кеше «Юҡ, мин бер ниндәй ҙә ыҙа күрмәгәнмен икән», - тип яуап бирәсәк. Бер генә секунд йәннәттә йә тамуҡта булған кеше шулай тигәс, уларҙа мәңге ҡалыу нисек икән, уйланығыҙ...

Шулай уҡ Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, йәһәннәмдә кешеләр аслыҡтан һәм һыуһыҙ ыҙалаясаҡтар. Улар унда сылбырҙарға аҫып ҡуйылыр, һәм уларҙың тиреләре янып бөтөү менән, Аллаһ уларға яңы тире биреп торор (был шулай мәңгелек дауам итәсәк). Был кешеләр бер-береһен ҡарғаясаҡ һәм: «Һин мине аҙаштырҙың! Һин мине Аллаһы Тәғәлә юлынан яҙҙырҙың! Һин мине диндән ситләттең!» - тип берен-бере ғәйепләйәсәктәр. Был турала Ҡөрьәндә шулай бәйән ителә: «Һәм барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килерҙәр һәм көсһөҙҙәр тәкәбберләнгәндәргә: «Беҙ һеҙгә эйәрҙек, һеҙ беҙҙе Аллаһ ғазабының берәй нәмәһенән булһа ла ҡотҡарырһығыҙмы?» - тип әйтер. Ә улар: «Әгәр Аллаһ беҙҙе тура юлға күндергән булһа, беҙ ҙә һеҙҙе алып барыр инек. Ә хәҙер ҡайғырһаҡ та, түҙһәк тә – беҙгә барыбер, беҙгә ҡотолоу юҡ», - тиер»(«Ибраһим» сүрәһе, 21 аят).

Шулай уҡ уттағы кешеләр Шайтанды (Иблисте) ҡарғаясаҡ. Үҙе аҙаштырған кешеләр менән йәһәннәмдә булған Шайтан уларға шулай тип яуап ҡайтарыр – был турала Ҡөрьәндә шул уҡ «Ибраһим» сүрәһендә әйтелә: «Шайтан әйтте: «Аллаһ һеҙгә хаҡ вәғәҙәне вәғәҙә итте, һәм мин дә һеҙгә вәғәҙә иттем, әммә мин алданым. Әммә минең һеҙҙең өҫтөгөҙҙән хакимлығым булманы, мин бары тик һеҙҙе саҡырҙым ғына, ә һеҙ яуап бирҙегеҙ. Мине шелтәләмәгеҙ, ә үҙ-үҙегеҙҙе шелтәләгеҙ. Мин һеҙгә ярҙам итә алмайым, һәм һеҙ ҙә миңә ярҙам итә алмайһығыҙ. Элек һеҙ миңә ышанғанға минең ҡатнашлығым юҡ!» («Ибраһим» сүрәһе, 22 аят).

Йәһәннәм тураһында тағы ла бер нисә хәҙис килтереп үтәйек:

Бохари хәҙистәр йыйынтығында хәбәр ителеүенсә, йәһәннәм Аллаһы Тәғәләгә: «Мин үҙем үҙемде ашайым», - тип ҡайғыһын әйтә. Һәм уға йылына ике тапҡыр тынын сығарырға рөхсәт ителә: йәйен һәм ҡышын. Йәғни, йәйҙең иң эҫе, иң ҡыҙған мәле һәм ҡыштың иң әсе һыуытҡан мәлдәре (беҙҙеңсә, йәйге һәм ҡышҡы селлә ваҡыттары) – ул йәһәннәмдең шул бер аҙ тын сығарып алыуы ул.

Йәһәннәмгә эләгеүселәрҙең һаны йәннәткә эләгеүселәрҙең һанынан күпкә күберәк буласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә Әҙәмгә (ғәләйһиссәләм): «Эй, Әҙәм! Үҙ тоҡомоңдан (йәғни, бөтә кешелектән) утҡа тейешле төркөмдө сығар!» - тип бойоролор. «Нисәүҙе?» - тип һорар Әҙәм пәйғәмбәр. «Һәр меңдән туғыҙ йөҙ туҡһан туғыҙҙы!» - тиер Аллаһ. Һәм шул ваҡыт сабыйҙарҙың сәсе ағарыр, ауырлы ҡатындар балаларын төшөрөр, һәм һин кешеләрҙе иҫергән итеп күрерһең, әммә улар иҫергән булмаҫ, был Аллаһтың ғазаптары шулай оло, тиелә хәҙистәрҙә. Йәғни, бөтә кешелек менән сағыштырғанда, йәннәткә тура инеүсе мосолмандар, хаҡ тәүхид әһелдәре шулай аҙ ғына буласаҡ[1]...

Бөтә был әйтелгәндәр – йәһәннәм тураһында бик аҙ ғына өлөш. Ләкин ошоно ишетеү ҙә уйланған кеше өсөн етерлек булырға тейеш.

Эй мосолмандар! Үҙ-үҙегеҙҙе йәһәннәмдән ҡотҡарырға ашығығыҙ! Биш намаҙҙан тыш, көн һайын тағы ла ниндәйҙер изге эштәр эшләргә тырышығыҙ. Юҡҡа ғына Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ ҡатынына: «Хөрмә емешенең яртыһы менән булһа ла үҙеңде йәһәннәмдән йырағайт», - тимәгән бит (йәғни, кескәй генә саҙаҡа биреп булһа ла яҡшы эштәреңде арттыр, мәғәнәһендә). Намаҙҙарығыҙға иғтибар итегеҙ – бер йылдан намаҙға баҫам, пенсияға сыҡҡас, ҡартайғас, тип үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Белегеҙ: был уйҙарҙы һеҙгә ләғнәтле шайтан шыбырлай – уның ҡотҡоһона бирелмәгеҙ! Көн һайын Ҡиәмәт көнөн, йәһәннәмде хәтерләгеҙ, «Мин Ҡиәмәт көнө өсөн, уттан ҡотолоу өсөн күпме эш йыйҙым икән», - тип уйланығыҙ. Иманығыҙҙы һаҡлағыҙ, сөнки иманһыҙ кеше мәңге йәһәннәмгә китәсәк, Аллаһ һаҡлаһын!

Ун беренсе дәрес тамам.

12-се дәрес


5565444391440410.html
5565509579958567.html
    PR.RU™